ФАП "Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" программаһының фельдшер-акушер пункттары селтәре өлөшө буйынса төҙөлгән. Дөйөм хаҡы 3,99 млн һум тәшкил итә.
Хәҙер Дәүләттә йәшәгән 1300 кеше ҡулайлы шарттарҙа кәрәкле медицина ярҙамы ала аласаҡ. Бынан тыш, медиктарға һәм техник хеҙмәткәрҙәргә лә заманса эш шарттары тыуҙырылған. Бинала тейешле ҡорамалдар һәм мебель бар.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/D-l-tt--punkit-asildi-14836/