- Ҡарбуз ашағы килеү бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарына бәйле булыуы ихтимал. Был емеш бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, шул уҡ ваҡытта организмға кәрәкле калийҙы юғалтыуҙан һаҡлай.
- Кәбеҫтә ашағы килеү ашҡаҙан-эсәк тракты менән бәйле проблемалар хаҡында иҫкәртеүе мөмкин. Ундағы күҙәнәклек эсәктәрҙең тонусын күтәрә, тартрон кислотаһы ашты эшкәртергә ярҙам итә, U витамины сей яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә.
- Лимон ашағы килеү үт ҡыуығы һәм бауырҙағы проблемаларға бәйле була. Цитрус аш эшкәртеү һуттарының бүленеп сығыуын көйләй, С витамины ялҡынһыныуҙы бөтөрөп, бактерияларҙы үлтерә.
- Шоколад ашағы килеү тиҙ арыуҙан һәм депрессиянан була. Унда кәйефте күтәреүсе флавоноидтар бар, какао шатлыҡ гормоны – серотонин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.
- Эремсек ашағы килһә, тимәк, организмға кальций кәрәк. Был осраҡта остеохондроз, артроз, артрит кеүек сирҙәргә тикшерелеү зыян итмәҫ.
- Ҡан баҫымы түбән булғанда сыр ашағы килә. Тоҙло, майлы сыр ҡан баҫымын күтәрә.
- Иммунитет ҡаҡшап, энергия етмәгәндә туҡтауһыҙ ит ашағы килә. Ундағы аҡһым менән тимер организмға көс һәм энергия биреүсе иммун күҙәнәктәрен тергеҙеү өсөн кәрәк.
- Балыҡ ашағы килеү нервы һәм аҡыл көсөргәнешенән булыуы ихтимал. Балыҡта фосфор һәм тимер күп, улар нервы системаһы һәм мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.
- Алма һәм ҡауын ашағы килгәндә, йөрәк һәм ҡан тамырҙарына, ҡандағы холестеринға иғтибар итергә кәрәк. Был емештәрҙә пектин һәм күҙәнәклек күп. Улар организмдан холестеринды сығара, тромб барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәьҫир итә.
- Аппетиттың юғалыуы В1 һәм В3 витаминдарының, марганец һәм хлорҙың етмәүе хаҡында һөйләүе ихтимал.
- Туҡтауһыҙ гранат ашағы килеү гемоглобиндың түбәнәйеүен күрһәтә.
- Зәйтүн емеше ашарға яратҡан кешеләргә эндокрин системаһы эшмәкәрлегенә иғтибар итергә кәрәк. Унда йод күп. Билдәле булыуынса, организмға йод етмәгәндә, ҡалҡан биҙе гормондарҙы етерлек кимәлдә бүлеп сығара алмай.