Новости
20 Ноябрь 2019, 14:15

Австрия яҡыная, әллә беҙ уға яҡынаябыҙ?

2020 йылдың йәйендә Өфө ҡалаһында Рәсәй һәм Австрия төбәктәренең форумы уҙасаҡ. Ошо көндәрҙә Башҡортостан вәкилдәре Европа дәүләтендә.

БР Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендә республика делегацияһы Австрияға рәсми эш сәфәре менән барҙы. Унда беҙҙекеләр Рәсәйҙең Австриялағы Тулы хоҡуҡлы һәм Ғәҙәттән тыш вәкиле Дмитрий Любинский менән осрашты.
Любинский әфәнде Башҡортостанды “Сочи диалогы” форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Хеҙмәттәшлектең йылдам үҫә барыуына ҡарағанда, беҙҙең республика ла был сараны үткәреү майҙаны була ала. Башҡортостан быға лайыҡлы, тигән фекерҙә илсе.
Әйткәндәй
Республика делегацияһы Австрияла байтаҡ эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Шул иҫәптә ASFINAG компанияһы ла бар. Ул төрлө баҫымдағы юл ҡатламдары составы өсөн инновация технологиялары әҙерләй. Фирмаға беҙҙә пилот проектын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген тикшерергә тәҡдим ителде.
Башҡортостан властары Европала бәйләнеш булдырыуға етди ҡарай. Өфө – Вена тура самолет рейсы асыу ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Avstriya-ya-inaya--ll-be-u-a-ya-inayabi-14822/
Читайте нас