Новости
20 Ноябрь 2019, 08:30

Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!

Өфөнөң Совет районында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең сираттағы рейды ойошторолдо.

Ҡотҡарыусылар Ағиҙел ярында урынлашҡан шәхси сектор буйлап үтте. Был тирәлә төпләнгән балалар йыш ҡына һыу ятҡылығына яҡын бара. Әле йылғала боҙ туңып өлгөрмәгән, яр буйына сығыу хәүефле, ти белгестәр. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә аңлатыу эштәре алып барылды. Хеҙмәткәрҙәр йоҡа боҙ өҫтөнә сыҡмаҫҡа өндәне, һаҡланыу саралары тураһында иҫкәртмәләр таратты.

Йылғалар яҡшылап туңып өлгөрмәһә лә йоҡа боҙҙа күңелһеҙ осраҡтар теркәлеп өлгөрҙө. Яңы миҙгелдә күңелһеҙ статистиканы Өфө эргәһендә һәләк булған ике балыҡсы асты. Уңышлы үткән ҡотҡарыу операциялары ла бар. Шуларҙың береһе хаҡында яҙма БашДТП төркөмөндә барлыҡҡа килде. Унда салауат ҡалаһындағы быуала йоҡа боҙ өҫтөнә сыҡҡан көсөктө ҡотҡарыу һүрәтләнгән.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас