Новости
20 Ноябрь 2019, 13:55

19 ноябрҙә 62 пар никахтарын теркәгән

Яңы ғаилә ҡороусы йәштәр Никах көнө итеп иҫтәлекле датаны һайларға тырыша. 2019 йылдың 19 ноябрендә (19.11.19) 62 пар үҙҙәренең мөнәсәбәтен рәсмиләштергән.

«Шишәмбе көн өсөн 62 пар, ул бик яҡшы күрһәткес», – ти белгестәр.
Әйткәндәй, 2019 йылдың 19 октябрендә республика буйынса бөтәһе 255 никах теркәлгән. Ул шәмбе көнгә тура килгәнлектән, туйҙарҙың күп булыуы тәбиғи. 19 сентябрь, кесе йомала – 242, ә 19 июль – йома көнөндә 471 пар ғаилә ҡорған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/19-noyabr--62-par-nikahlash-an-14847/
Читайте нас