Новости
19 Ноябрь 2019, 15:30

"Вечный зов" фильмында төшкән Белорет күпере, бәхил бул!

Данлыҡлы совет сериалында төшкән ағас ҡоролманың яҙмышы хәл ителгән - уны һүтәсәктәр.

Кисә, 18 ноябрҙә БР Башлығы янында үткән "Инвестсәғәт"тә Радий Хәбиров Белорет районы башлығы Владислав Мироновтан кеше йөрөү өсөн ҡулланылған ағас күперҙең яҙмышы тураһында ҡыҙыҡһынды. Ул, үҙ сиратта, ҡоролманы һүтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде тине.
- Күперҙе тергеҙеп йәки ремонтлап булмай, - тине ул. - Был эшкә бойондороҡһоҙ экспертиза ҡушыуҙан да файҙа юҡ. Беҙҙә яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса концепция бар, уға күперҙе лә индерергә мөмкин. Был проектты финанслау мөмкинлеге буйынса тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ.
Радий Фәрит улы, үҙ сиратта, быға бер аҙна ваҡыт бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарында металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған. Совет мәлендә экрандарға сыҡҡан "Вечный зов" сериалының бер күренешендә геройҙар тап шул ҡоролманан үтә.
Оҙонлоғо 550 метр булған күпер һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Һуңғы бер нисә йылда уның аша үтеүҙе тыйҙылар. Ремонтлау өсөн 30 миллион һум, емереү өсөн 4 миллион һум аҡса талап ителгәс, күперҙе бикләп ҡуйҙылар.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vechniy-zov-ta-t-shk-n-Beloret-k-pere-b-hil-bul-13762/
Читайте нас