Яңыраҡ улар янына Дания менән Швейцария футболсылары ҡушылды. Быға тиклем ул бәхеткә Рәсәй, Бельгия, Польша, Англия, Португалия, Нидерланд, Франция, Германия, Италия, Чехия, Швеция, Хорватия, Испания, Австрия, Украина, Төркиә Һәм Финляндия командалары ирешкәйне.
Рәсәй футболсыларының һуңғы төрөкөм осрашыуында Сан-Марино командаһы менән бөгөн буласаҡ бәйгенең һөҙөмтәһенә ҡарамаҫтан, Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре үҙ төркөмөндә икенсе урын яуланы. Тимәк, алдан күҙаллауынса, беҙҙекеләр «В» төркөмөнә эләгеп, мотлаҡ Дания менән көс һынашасаҡ. Ә инде уларҙың ҡалған икәүһе, йәрәбә буйынса билдәле буласаҡ. Йәрәбә 30 ноябрҙә, Румынияла ҡаралған.