Новости
19 Ноября 2019, 04:05

“Путин төшөрөлгән футболкалы кешеләр күп күренә”

“Сочи” футбол клубының ярым һаҡсыһы, Эквадор уйынсыһы Кристиан Нобоа Рәсәй Президенты Владимир Путин хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Президент яҡшы эш башҡара, шуға күрә бында халыҡтың тормошо йәмле, улар бәхетле. Үҙемде һәр йәһәттән хаҡлымын тип әйтә алмайым, шулай ҙа Путин төшөрөлгән футболка кейгән кешеләр күп күренә, халыҡ уны ихтирам итә. Рәсәй гражданы булһам, ошонда барған бөтә хәл-ваҡиғаларҙы хуплар инем, – ти Нобоа. – Тышҡы сәйәсәткә килгәндә, мин Сочиҙа йәшәйем һәм сәйәсәттән бик алыҫ торам. Ҡайһы саҡта кешеләргә ярҙам итеү теләге тыуа. Шулай ҙа әлегә күберәк футбол тураһында уйлайым”.
#ВладимирПутин
Фото: championat.comhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Putin-t-sh-r-lg-n-futbolkali-keshel-r-k-p-k-ren-13044/
Читайте нас