Новости
19 Ноябрь 2019, 15:10

Иҫке ауыр телевизорҙарығыҙҙы сығарып ташлағыҙ!

Ни өсөн шулай тип яҙабыҙ тиһегеҙме? Сөнки уҙған ялдарҙа Башҡортостанда телевизор менән бәйле фажиғә теркәлгән.

Белорет ҡалаһында ике йәшлек ҡыҙ бала бер үҙе ҡалған булған. Ата-әсәһе күрше бүлмәлә йөрөгән. Шул арала бәлә сыҡҡан - ҡыҙсыҡ өҫтөнә телевизорҙы ауҙарған.
Баланы дауаханаға оҙатҡандар, әле ул реанимацияла ята. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү уҙғара.
Ошоноң кеүек күңелһеҙ хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн иҫке ауыр телевизорҙарҙы ҡулланмағыҙ. Был кәңәш йәш балалы ғаиләләргә ҡағыла.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-ke-auir-televizor-ar-i-si-arip-tashla-i-13975/
Читайте нас