Новости
19 Ноябрь 2019, 04:35

Хәбиров ҡайҙа ял иткән?

Йылына бер тапҡыр бирелгән оҙайлы ялын һәр кем үҙенсә ойоштора. Кемдер сит илгә сығып китә, икенселәр илебеҙ буйлап сәйәхәт итә, бүтәндәр тыуған ауылына ҡайтыуҙы хуп күрә.

– Отпускты мөмкин хәтлем файҙалы итеп үткәрерә тырышабыҙ, – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илсур Хәбиров. – Төрлө саҡ була, бер йылды ғаиләбеҙ менән бергәләшеп рәхәтләнеп ял иттек. Ғәҙәттә, ул онотолмаҫлыҡ булып хәтергә уйылып ҡалыусан, фотоларҙы ҡарап һағынып алаһың. Тыуған төйәгем Архангел районының Тирәкле ауылында булыу, һүҙ ҙә юҡ, бер урынды ла алмаштырмай.
Быйыл иһә Илсур Сәғит улы Рәсәйҙе һайлаған – ялының күпмелер өлөшөн Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында уҙғарған. Нальчик ҡалаһының “Нальчик” шифаханаһында һаулығын нығытҡан. Ял килешкән, Өфөгә ҡайтып төшөүенә дуҫтары хатта танымай ҙа торған. Хөрмәтле дуҫтар, ә һеҙҙең ялығыҙ нисек үтә?https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/H-birov-ay-a-yal-itk-n-13067/
Читайте нас