"Miss International Ufa" матурлыҡ конкурсында Башҡортостанда йәшәүсе 18-28 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты. Төрлө милләтле 60 һылыуҡай ғариза биргән, 12-һе финалға үтте. Улар Ангола, Һиндостан, Куба, Ҡытай, Әрмәстан, Әзербайджан, Грузия, Ҡырғыҙстан илдәре, рус, башҡорт, татар, сыуаш милләттәре матурлығын һәм мәҙәниәтен күрһәтте.