Новости
19 Ноябрь 2019, 04:25

Һаран ике түләр

Бәләкәй генә штраф суммаһын түләмәҫ өсөн инспектор менән үҙ-ара килешергә маташыу Өфөләге бер компанияға миллион һумға төшкән.

Быйыл мартта тикшереү комиссияһы хеҙмәткәре компанияның металл ҡабул итеү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнеүе тураһында реклама баннеры барлығын, ә уны ҡуйырға бер ниндәй ҙә рөхсәт ҡағыҙы булмауын асыҡлай. Был компанияға 15 мең һум штраф түләтеүгә нигеҙ була. Тик компания етәкселеге штраф санкцияһынан ҡасыр өсөн тикшереүсегә урында үҙ-ара килешергә тәҡдим итә.
Тикшереүсе хеҙмәткәр аҡсанан баш тартып, был турала етәкселегенә еткерә һәм эш ҙурға китә. Прокуратура юридик шәхестең законһыҙ бүләк тәҡдим итеүе факты буйынса административ эш асҡан. Эште ҡарау һөҙөмтәһендә компанияға ҡарата тағы ла ҙурыраҡ суммала - миллион һум күләмендә - штраф һалынған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aran-ike-t-l-r-12966/
Читайте нас