Новости
18 Ноябрь 2019, 10:45

Яҡын арала Инорста бассейн асыласаҡ

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә төҙөлә башлаған бассейнды Яңы йыл байрамдарына файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.

Бассейн “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты ярашлы төҙөлә. 2017 йылда башланған төҙөлөш эштәре быйылғы йылдың аҙағына тамамланырға тейеш.

Егерме биш метрлыҡ юлы булған яңы бассейнда бер үк ваҡытта 50-гә яҡын кеше шөғөлләнә аласаҡ. Бында халыҡты сәләмәтләндереү менән бер рәттән профессиональ йөҙөүселәр ҙә тәрбиәләнәсәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Inorsta-ti--n-basseyn-asilasa-12618/
Читайте нас