Төбәк биләмәһендә урман фонды сиктәрен билдәләү һәм уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителеп килә. Әлегә был эш 3,3 миллион гектарҙа 19 урмансылыҡта атҡарылған – был Башҡортостандағы дөйөм урман майҙанының 57 процентын тәшкил итә. 1739,6 мең гектар кадастр иҫәбенә ҡуйылған – урман фондының 30 проценты. Был йәһәттән эште киләһе йыл тамамлау планлаштырыла.
“Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров мине ошо йүнәлеш өсөн яуаплы итеп билдәләгәндән алып министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре менән етенсе тапҡыр кәңәшмә үтте. Күп мәсьәлә хәл ителде, уларҙың бер өлөшө ведомство-ара бәйләнештең юҡлығынан килеп сыға”, – тип яҙҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.