Новости
18 Ноябрь 2019, 13:15

Табут эсенә видеокамера ҡуйғандар. Нимә күренгән?

Видеокамера мәйеттең тарҡалыуын йыл ярым күҙәтергә мөмкинлек биргән (тойғоло кешеләргә был мәҡәләне уҡырға кәңәш ителмәй).

Ғалимдәр өсөн был тәүге ошондай тәжрибә була. Баҡһаң, табут эсендәге мәйет аҡрынлап ҡыбырҙап ята икән! Сәбәбе аңлашыла: ул серей һәм өҙөлә бара, был процесс аяҡ-ҡулдарҙың, кәүҙәнең урындары бер аҙ үҙгәреүгә алып килә.
Тикшеренеүҙәр Австралияның тафономик эксперименталь үҙәгендә үткәрелгән. Был лаборатия – Ерҙең көньяҡ ярымшарында кеше тәненең тәбиғи шарттарҙа тарҡалыуын өйрәнеүсе берҙән-бер учреждение. Видеокамера мәйетте ярты сәғәт һайын фотоға төшөрөп торған.
Читайте нас