

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров был турала ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Етешһеҙлектәр араһында - төҙөлөш материалдарын насар һаҡлау, эште алып барыу хаҡын күтәреү, башҡарылмаған эш өсөн аҡса түләү, булмаған материалды бар тип күрһәтеү һ.б.
Өҫтәүенә, ремонтланған корпустарҙың стеналары ярылыу, деформацияланыу күренеше лә бар. Хатта 99 миллион һум аҡсаны үҙләштергәндән һуң, бинаны һүтеп ташларға тура килгән.
Шуның менән бер рәттән шифахана директоры һәм уның урынбаҫарҙарының эш хаҡы самаһыҙ юғары. Тикшереү барышында директорҙың 170 мең, урынбаҫарҙарының 110 - 150 мең һум алыуы асыҡланған. Уларға шифахана иҫәбенән ҡуртымға алынған фатир хаҡы ла ике тапҡыр күтәрелгән. Йыл ярымда тегендә-бында осош өсөн 1,76 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Радий Хәбиров был эште етди тикшерергә ҡушты. Әлбиттә, кадрҙар үҙгәреше лә булыуы ихтимал. Әле был мәсьәлә тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр ителәгән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Shifahanala-a-na-a-sa-in-d-r--totonma-andar-12802/