Ә бына Күмертау ҡалаһында балалар аниматоры булып аҡса эшләүсе ир шизофрения ауырыулы булып сыға. Ошо йылдың апрель айында ул ҡорал йөрөтөү өсөн ризалыҡ алыу маҡсаты менән медицина тикшереүе үтә. (Уға ҡорал нимәгә кәрәк булыуы билдәһеҙ). Шунда ирҙең психоневрология диспансерында иҫәптә торғанлығы асыҡлана. Медицина тикшереүе табиптары уны кисекмәҫтән дауаханаға һалырға тигән ҡарар сығара. Тик ул баш тарта, сөнки үҙен бер ҙә сирле тип иҫәпләмәй, биреләнә башлай. Ахырҙа поликлиниканан ҡасып сығып китә.
Табиптарҙың ҡарарын законға ҡаршы килеү тип иҫәпләп, уның туғандары судҡа биргән. Оҙаҡҡа һуҙылған судлашыуҙарҙан һуң кем еңер... Район суды табиптар хаҡлы тигән ғарар сығарғаны билдәле. Ошо көндәрҙә Һамарҙа Кассацион суд буласаҡ.