Новости
18 Ноябрь 2019, 12:30

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе “маугли-әбейе” ярҙамға мохтаж

Ҡара көҙ мәлендә халат һәм кофтала ғына ҡала урамдарында йыш күренгән әбейҙе күптәр йәлләй.

Уның нимә һөйләгәне аңлашылмай, ҡайҙа барғанын үҙе лә белмәй, ас һәм яланғас көйөнсә аҙашып йөрөй ҙә йөрөй. Шаһиттар әйтеүенсә, “маугли” үҙе хәстәргә мохтаж булған оло йәштәге әсәһе менән йәшәй.

Ҡала халҡы психик сирҙән яфаланған әбейгә ярҙам итергә теләй, ләкин нисек быны башҡарырға, тип баш вата. Республиканың социаль яҡлау йәки опека органдары ярҙамға мохтаж әбейгә иғтибар итһен, тип миһырбанлы кешеләр саң ҡаға.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Neftekama-maugli-beye-yar-am-a-mohtag-12983/

Читайте нас