Новости
18 Ноябрь 2019, 13:20

Икеһе лә боҙ аҫтына киткән ...

Яҙғы боҙға ғына түгел, көҙгө йоҡа боҙға ла ышанырға ярамай ҙа бит... Өфө районында типһә тимер өҙөрҙәй 54 һәм 64 йәшлек ике ир һәләк булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Миловка карьерында балыҡсыларҙың икеһе лә боҙ аҫтына киткән. Ваҡиға урынына ведомствоның авария-ҡотҡарыу хеҙмәте килгән. Әммә һуң булған, ярҙам бер кемгә лә кәрәкмәгән. Балыҡсыларҙың мәйеттәрен һыуҙан сығарғандар.
- Йыл һайын йоҡа боҙ кешеләрҙе һәләкәткә илтә. Ҡағиҙә булараҡ, балалар һәм балыҡсылар һәләк була. Балыҡ тоторға яратыусылар йыш ҡына үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя, быны һис тә аҡлап булмай, - ти ҡотҡарыусылар. - Барығыҙҙы ла уяу булырға саҡырабыҙ. Әле боҙ бик йоҡа, ҡалынлығы ете сантиметрға етмәйенсә, уға баҫырға ла ярамай. Ә балыҡ ҡармаҡлаусылар өсөн ун сантиметрға етеүе шарт.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ike-e-l--bo-a-tina-kitk-n-12366/
Читайте нас