Новости
18 Ноябрь 2019, 07:00

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ярымфиналсыларҙы һайлай

Башҡорт КВН-сылары республика ҡалаларында һәм райондарында хәрәкәтте үҫтереүҙе дауам итә. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика башлығы гранты аҡсаһына Башҡорт асыҡ КВН лигаһы «Төньяҡ-көнсығыш», «Көньяҡ», «Урал аръяғы» һәм «Төньяҡ-Көнбайыш» лигалары форматында саралар уҙғара.

Беренсе ярымфинал уйыны 16 ноябрҙә Сибайҙа Балалар ижады үҙәгендә уҙғарылды. Икенсе ярымфинал уйыны 19 ноябрҙә Мәсәғүттә район мәҙәниәт йортонда була.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһы эшмәкәрлегенең маҡсаты – уйын формаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа туған телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас