Новости
18 Ноябрь 2019, 12:35

Балаларығыҙҙы ҡотортмағыҙ...

Твиттерҙа берәүҙең яҙмаһы таралған. Атай кеше 10 йәшлек ҡыҙының Раштыуа байрамына алырға теләгән бүләктәр исемлегенә шаҡ ҡатҡан. Унда 26 пункт.

Был ваҡиға беҙҙең илдә булмаһа ла, көнүҙәк темалыр, моғайын. Балалар төрлө әйбер һорап, ата-әсәһенең финанс хәленә йыш ҡына ауырлыҡ килтерә.

Теге 10 йәшлек ҡыҙыҡай Санта бабайҙың бына нимәләр бүләк итеүен көтә:

- iPhone 11, AirPods наушнигы, MacBook Air, бриллиантлы алҡалар, Chanel хушбуйы, 4000 доллар...

Аптыраған атаһы: "Минең ҡыҙым исемлек төҙөгәндә кәйефһеҙ булған, ахыры", — тип яҙып ҡуйған булған.

Исемлекте күргән өлкәндәрҙең күбеһе фекерен шаяртыу ҡатыш белдергән. “Әсәһе ярҙам иткән инде”, – тиеүселәр ҙә бар.

“Санта-Клаустың юҡлығын аңлатырға ваҡыт етте”.

“Миңә 40 йәш һәм ундай теләктәр башыма ла инеп сыҡҡаны юҡ”... Пост аҫтына шундайыраҡ яҙмалар ҡуйылған.

Әйткәндәй

Былтыр Германияла бер 9 йәшлек малай Раштыуа бүләгенән ҡәнәғәт булмайынса полиция саҡыртҡан, имеш. Йәнәһе, бүләктәр исемлектәгегә бөтөнләй тура килмәгән. Полиция саҡырыу буйынса өйгә килеп ингәндә, уларҙы бик тә асыулы малай ҡаршылаған. Ахырҙа, хоҡуҡ һаҡлаусылар, Санта-Клаус, ҡартлығына барып, бүләктәрҙе бутағандыр, тигән булған.

Беҙҙең яҡтарҙа бындай балалар юҡтыр ул. “Ҡыш бабай”ҙарға бүләк алыуы бер ҙә ауыр булмаҫ...

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Balalari-i-i-otortma-i-12958/

Читайте нас