Баҫҡыстан йәйәү менеп-төшөргә өйрәнегеҙ. Был ултырып эшләгәндәр өсөн ифрат файҙалы күнекмә буласаҡ. Быны ғәҙәт итеп алһағыҙ, мускулдар нығынасаҡ, көн оҙонона көс бирәсәк. Муйынға күнекмә. Ултырып эшләгәндәрҙең кәүҙәһе менән проблема башлана, бигерәк тә елкә ныҡ зыян күрә. Ҡатмарлылыҡ артабан китмәһен тиһәгеҙ, ошондай күнегеү эшләгеҙ: тешкә ҡәләм ҡабып, һауала алфавиттың бөтә хәрефтәрен яҙып сығығыҙ. Бер нисә тапҡыр ошо күнегеүҙе эшләгәс, муйындың көсөргәнешлеге кәмегәнен, уның еңел борола башлағанын тойорһоғоҙ. Ауыҙҙы диңгеҙ һыуы менән сайҡатыу. Бер ҡалаҡ диңгеҙ тоҙон бер стакан йылы һыуға болғатып, шуның менән ауыҙ ҡыуышлығын көнөнә бер нисә тапҡыр сайҡатһаҡ, кариес та, ангина ла ҡурҡыныс түгел, сөнки ул бик күп зарарлы микробтарҙы йыуып төшөрә. Тик танауҙы был һыу менән сайҙырырға ярамай. Тын алыуҙы бер аҙға туҡтатып тороу. Күҙәнәктәрҙе кислородтан мәхрүм иткәндә, уларҙың һәр береһе өҫтәмә ауырлыҡ ала башлай. Был ауырлыҡтан улар үлмәй, киреһенсә, нығына. Көнөнә бер нисә тапҡыр ошо ысулды ҡулланып ҡарағыҙ. Һөҙөмтәһе шунда уҡ беленмәҫ, тик был күнегеү организмға бик ыңғай тәьҫир итә.