Был турала ВК-лағы сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бына ни тип яҙа:
Билдәле булыуынса, малсылыҡ тармағы бөгөн халыҡтың төп йәшәү сығанағы булып тора һәм һуңғы йылдарҙа йылҡы һәм һыйыр малы һанының арта барыуы күҙәтелә, фермер хужалыҡтары асыла.
Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Әммә ул етди проблемалар ҙа өҫтәй – малдың аҙып-туҙып йөрөүе кеше ғүмеренә, тәбиғәткә, ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәренә ҙур хәүеф тыуҙыра.
Йылдар буйы йыйылып килгән был проблема һуңғы осорҙа ысын афәткә әүерелеп бара, бөтөн йәмғиәтте етди борсоуға һала.
Күп кенә шәхси хужалыҡтарҙың үҙ малын көтөүгә ҡушмауы, айырыуса йылҡы малының йыл әйләнәһенә тиерлек аҙып-туҙып йөрөүе арҡаһында бөгөн ауыл биләмәһендә киҫкен хәл килеп тыуҙы: сабынлыҡтар тапалып бөттө; ауыл хужалығы предприятиеларының һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының сәсеүлектәре тап берәҙәк мал арҡаһында миллионлап зыян күрә, тәбиғәт тә ҡазаға тарыны.
Саралар күрер өсөн ошо көндөрҙә бөтә ауыл биләмәләрендә халыҡ менән осрашыуҙар үтте.
Унда ат өйөрҙәрен аҫрау мәсьәләләре, көтөүсе яллау, аттарҙы идентификациялау, ат хужаларын яуаплылыҡҡа йәлеп итеү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Ошо ай аҙағына тиклем ат хужаларына йылҡыларға яҡтылыҡ ҡайтарғыс таҫмаларын (светоотражатель) ҡуйырға, уларҙы даими рәүештә тоҙ менән тәьмин итеү һәм йылҡы көтөүен ойошторорға тәҡдим ителде.
Малдарыбыҙҙың ысын хужаһы булайыҡ, атап үтелгән проблемаларға битараф ҡалмайыҡ, фажиғәләргә юл ҡуймайыҡ. Беҙ бит барыбыҙ ҙа бер йәмғиәттә йәшәйбеҙ, шулай булғас уның проблемаларын бергәләп хәл итәйек.