Хәл былай булған. Урамда оло йәштәге ханым янына ике ҡатын килгән һәм уға ҡаты боҙом һалыныуын белдергән. Әлбиттә, ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләгәндәр, тик бының өсөн 73 йәшлек әбей өйөндәге аҡсаһын килтерергә тейеш булған.
Пенсионер ханым мутлашыусыларҙың әйткәнен үтәгән. Ҡатындарҙың береһе аҡсаны яулыҡҡа төргән дә, ниндәйҙер ғәмәлдәрҙән һуң, уны кире әбейгә тотторған. Бер аҙ гәпләшеп торғандан һуң, тегеләр китеп барған. Ә әбей яулыҡты асып ҡараһа, унда аҡса урынына гәзит киҫәктәре ятҡан... Пенсионер шунда уҡ полицияға йүгергән.
Оло ҡатын ике алдаҡсының ҡиәфәтен иҫләп ҡалмаһа ла, ҡала урамындағы видеокамераларҙың яҙмаларында енәйәтселәрҙе таныған. Улар, әйткәндәй, быға тиклем ошондай уҡ енәйәтте Мәләүез ҡалаһында ҡылған, имеш.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике мутлашыусы ҡатынды эҙләү иғлан ителгән. Фотоларҙағы ханымдар таныш булһа, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала, сөнки улар тағы ла ҡорбан табыуы ихтимал!