Новости
17 Ноябрь 2019, 12:35

Ҡунаҡҡа килеп, үлеп ят инде...

Был ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы кисә Әбйәлил районында теркәлгән.

Төнгө сәғәт өс тирәһендә Гусев ауылының Соколов урамы, 124 адресы буйынса урынлашҡан йорт ҡаршыһында бер ир автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып һәләк булған. Уның 39 йәшлек Өфө кешеһе икәне асыҡланған. Ә машина водителе ҡаза күреүсегә тәүге ярҙам күрһәтәһе урынға... тиҙ генә авария урынынан һыпыртҡан.

Автоинспекторҙар, әлбиттә, ҡасҡалаҡты тапҡан, уның ошо уҡ ауылдан 21 йәшлек егет булыуы асыҡланған. Ғәйепләнеүсенең автомобиль йөрөтөүгә хоҡуғы ла юҡ, етмәһә, рулгә иҫерек килеш ултырған...
Үткән тәүлектә республикала 17 авария теркәлеп, өс кеше һәләк булған, 21-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Фото: twitter.comhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/una-a-kilep--lep-yat-inde-12221/
Читайте нас