Новости
17 Ноябрь 2019, 12:25

Стәрлебаш районында баскетбол уйынының муниципаль этабы финалы

Кисә Стәрлебаш районында баскетбол уйынының муниципаль этабы финалы булды. Унда 6 егеттәр һәм 6 ҡыҙҙар командаһы ҡатнашты.

Уйынды асыу тантанаһында ҡатнашҡан мәктәптәргә 2018-2019 миҙгеле өсөн туптар, шулай уҡ ГТО нормативтарын үтәгән уйынсыларға ГТО значоктары тапшырылды. Уйын 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе һәм район Мәҙәниәт йортоноң спорт залдарында үтте. Уйын йомғаҡтары буйынса, 2-се мәктәп үҫмер егеттәре 1 урын яуланы, 2 урын – 1-се мәктәптә, өсөнсө урын Тәтер-Арыҫлан мәктәбендә. Ҡыҙҙарҙа беренсе урынды 2 –се мәктәп яуланы, 2 урын – Первомайский мәктәбе ҡыҙҙарында, өсөнсө урын – 1-се мәктәптә.
Читайте нас