

Был осраҡта Иглин ҡасабаһында йәшәгән Зәлифә Мөхәррәмованы белгәндәр тап уға киләсәк, сөнки алтын ҡуллы был ханым бөтә кеше шаҡ ҡатырлыҡ бүләкте һә тигәнсе әҙерләп бирә.
"Хәҙер магазиндарҙа торттарҙың төрлөһө булһа ла, халыҡ юбилейҙарға, тантаналарға үҙе теләгәнде заказ буйынса эшләтеп ала, - ти оҫта ханым. - Күптән түгел бер ҡатын килде, ире янғын һүндереүсе булып эшләй. Уға янғын һүндереү машинаһы формаһындағы торт әҙерләп биргәс, шулай ҙа яһап була икән, тип шаҡ ҡатты".
Беҙ барғанда ла оҫта эш мәлендә ине. Уның оҫталыҡ, сабырлыҡ талап иткән торттарҙы зауыҡ, үҙенә күрә бер ләззәт менән башҡарыуына һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
"Мәшәҡәтле булһа ла, был эш шул тиклем оҡшай. Ә инде заказ биреүселәрҙең ҡыуана-ҡыуана рәхмәт әйтеүе миңә тағы ла ҙурыраҡ дәрт, илһам өҫтәп ебәрә", - ти Зәлифә апай.
Фотолар оҫтаның «Бәйләнештә» төркөмөнән алынды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sha--atira-Z-lif-12183/