Новости
17 Ноябрь 2019, 17:00

Ғәфү итеүҙәрен генә һораған...

Өфөлә дауаханаға гемодиализға киткән ерҙән юғалған Артур Саляевты эҙләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек.

34 йәшлек егеттең ике бөйөрө лә эшләмәй. Ул дауаханаға тип сығып китә, тик унда барып етмәй, телефонын өйҙә ҡалдырған.
Хәҙер шул билдәле булды: туғаны менән бергә йәшәп ятҡан фатирҙа Артурҙың хаты табылған. Ул аныҡ берәүгә лә төбәп яҙылмаған. Хатта егет үҙен ғәфү итеүҙәрен генә һораған...
Артур өсөн яҡындары бик борсола, иҫән генә булһын инде.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары егетте эҙләүҙе дауам итә. Уның тураһындағы һәр мәғлүмәтте ошо номерға хәбәр итеүҙе һорайҙар: 89625253711.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/f-ite--ren-gen--ora-an-12136/
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас