"Ҡарағыҙ. Был беҙ Өфөлә төҙөй башлаған хоспистың концепцияһы. Уны Нюта Федермессер етәкселегендәге абруйлы эксперттар төркөмө иң яҡшы тип билдәләгән урында төҙөйәсәкбеҙ.
Мин күршелә ысынбарлыҡты аңламаған кешеләр йәшәгәнен белеп ныҡ ғәжәпләндем. Был хәҡиҡәттәрҙең береһе шул: ауырығандар бер ни менән дә һауҙарҙан кәм түгел. Һәм улар бер үк хоҡуҡтарға эйә. Шул иҫәптән хоспистың уңайлы урынлашыуы йәһәтенән дә.
Хосписҡа ер бүлеүҙе тыйыу тураһындағы мөрәжәғәттәр уларҙың авторҙарының кешелекһеҙлеге тураһында һөйләй. “Беҙ катафалктар артынан йөрөйәсәкбеҙ”, “Балаларыбыҙ үлергә йөрөгәндәрҙе күрәсәк”... Әгәр һеҙ элементар рәүештә ҡыҙыҡһынһағыҙ, шуны белер инегеҙ: һеҙҙең балаларығыҙ ҙур булмаған матур бинанан башҡа бер ниҙе лә күрмәйәсәк. Мәсьәләне өйрәнеү урынына “тыйырға” тип ҡысҡырыуҙар китте.
Минең резюме ябай һәм аңлайышлы буласаҡ. Аллаға шөкөр, Башҡортостан Спарта ла, фашизм заманындағы Германия ла түгел. Бында бер ҡасан да һаулыҡ торошо буйынса ла, милли йәһәттән дә һәм башҡа билдәләргә бәйле лә дискриминация булмаясаҡ. Ә кемдәргә әлеге ғаризалар кәрәккән – мәсеткә, сиркәүгә йәки синагогаға барып, үҙенең әхлаҡи йөҙө тураһында уйларға кәрәк”, – тип яҙҙы республика Башлығы.