Новости
16 Ноябрь 2019, 16:10

Юлда ике бала һәләк булған...

14 ноябрҙә, киске сәғәт етенселә Саҡмағош районында юл-транспорт ваҡиғаһында 8 йәшлек бала һәләк булған.

КамАЗ менән «Датсун» машиналары бәрелешеп, еңел автомобилдә артта ултырған ҡыҙыҡай йәрәхәттәрҙән йән биргән.
64 йәшлек водитель менән ике пассажир (водителдең ҡатыны һәм уларҙың 37 йәшлек улы) - дауаханала.
Ҡыҙыҡай Өфө аша вахтаға китергә йыйынған атаһын оҙатырға барырға сыҡҡан булған...
Әлегә билдәле булыуынса, йөк машинаһының 57 йәшлек водителе (ул Татарстандан), маневрҙың хәүефһеҙлеген ныҡлап тикшермәйенсә, юлда боролорға маташҡан...
Икенсе авария Иглин районында теркәлгән.
Киске сәғәт һигеҙенселә Алаторка-Охлебинино юлында «Шевроле Нива» водителе ике үҫмер ҡыҙыҡайҙы тапаған.
Ҡыҙҙарҙың береһе, ситтәрәк килгәне, еңелерәк ҡотолған, ә икенсеһе, 13 йәшлек бала, ныҡ тапалып, шунда уҡ вафат булған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/b-g-n-yulda-ike-bala-l-k-bul-an-/
Читайте нас