Новости
16 Ноября 2019, 13:40

Стәрлебаштар БСТ телеканалында

IV Бөтә донъя фольклориада – 2020 байрам итеү даирәһендә башланған “Сәләм, республика!” халыҡ проектының яңы этабы көн һайын республиканың төрлө райондарынан ижади коллективтарҙы саҡырып, уларҙы төбәк халҡына таныштыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
14 ноябрь көнө БСТ телеканалында Стәрлебаштың ижади коллективтары ҡатнашлығында “Сәләм, республика!” тапшырыуын күрһәттеләр. Башҡортостан телевидениеһының тура эфирында “Күндерәккәй” халыҡ башҡорт фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар, ҡурайсы Зөфәр Атанғолов, биҙәү-ҡулланма ижады оҫтаһы Зөлфирә Иҙрисова республика халҡы менән аралашты. Райондың мәҙәниәте менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева таныштырҙы.
Читайте нас