Новости
16 Ноябрь 2019, 13:25

Стәрлебашта өлкән йәштәгеләргә ҡулай медицина ярҙамы

Өлкән быуын граждандарына ярҙам даирәһендә Стәрлебаш районы ауылдарынан медицина ойошмаларына 65 йәштән өлкәнерәк граждандарҙы килтереү буйынса эш башланды.

Ошо программа сиктәрендә Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән Йәлембәт һәм Өмөтбай ауылдарында йәшәгән өлкән йәштәгеләр район дауаханаһына килеп, диспансерлаштырыу үтә алды. Киләсәктә программа 65 йәштән өлкәнерәк граждандарға квалификациялы медицина ярҙамы алырға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас