Новости
16 Ноябрь 2019, 16:05

Сибайҙа Мәүлит ән-Нәби байрамы ойошторола

24 ноябрҙә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында «Мәүлит ән-Нәби» - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арналған байрам үткәрелә.

Сарала мөнәжәттәр уҡыласаҡ, Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында һөйләйәсәктәр.
Шулай уҡ мосолмандарҙың тормошонан театрлаштырылған кескәй тамашалар, ҡаланың ижади көстәре тарафынан әҙерләнгән ҙур концерт та ҡуйыласаҡ.
Инеү ирекле.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/sibay-a-m-lit-n-n-bi-bayramy-oyoshtorola/
Читайте нас