Новости
16 Ноябрь 2019, 14:45

Рәдиф Зарипов квадроциклда әйләнгән...

Яратҡан йырсыбыҙ Рәдиф Зариповтың квадрацикл менән төшкән үҙенсәлекле клибын күргәнегеҙ барҙыр, моғайын.

Уны әҙерләгәндә төрлө мажараға тарый йырсы.
“Иҫеңдәме?” тигән клипты төшөргәндә квадрацикл алып торғайныҡ, - тип иҫкә алды ул мәлде Рәдиф. – Шуның менән тау битенән елдерәм. Юл ҡомло. Тау итәгендә рулде нығыраҡ бороп ташлағайным, квадрацикл ауып, тәгәрәй башланы. Мин ҡасам, ул арттан ҡыуа... Көскә икенсе яҡҡа тайпылып ҡотолдом. Был күренеш ҡыҫҡартылып клипҡа ла инде. Шулай итеп, мин каскадер ҙа булып сыҡтым. Уйламағанда клипҡа ғәжәп бер күренеш өҫтәлде”.
Фото: йырсының шәхси сәхифәһенән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-dif-Zaripov-kvadrotsiklda-yl-ng-n-11929/
Читайте нас