Новости
16 Ноябрь 2019, 14:40

“Нур” йәмғиәтендә семинар-кәңәшмә

Кисә, 15 ноябрҙә, “Нур” йәмғиәтендә малдарҙы ҡышын аҙбарҙарҙа аҫрау, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйыу буйынса семинар-кәңәшмә булды.

Унда барлыҡ милек формаһындағы ауыл хужалығы тауар етештереүселәре ҡатнашты. Семинарҙың практик өлөшөндә малсылыҡ фермаларын ҡарап сыҡтылар, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау эштәре барышы менән таныштылар. Шулай уҡ артабан ағымдағы йылдың туғыҙ айында баҫыу һәм малсылыҡ эштәренә йомғаҡ яһалды.
Читайте нас