Новости
16 Ноябрь 2019, 16:30

Нисек хушбуй һайларға?

Барыбыҙ ҙа хушбуй ҡулланабыҙ. Һәр кемдең яратҡан еҫе бар. Парфюм алғаннда нисек яңылышмаҫҡа, ялғанынан нисек айырырға?

Хушбуй аромакомпозицияһы буйынса иң юғары процент биләй (96процент спиртта 15 процент еҫ) . Еҫе 5-10 сәғәт аңҡып тора. Шуға ул бәләкәй генә флакондарҙа пульверизаторҙарһыҙ һатыла. Хаҡы ла юғары тора.
Парфюм һыуында 90 процент спиртта 10-12 процент еҫ. Ҙур ҡапта дозатор менән һатыла.
Туалет һыуы. Еҫе көслө түгел, өс сәғәт тора. Йышыраҡ ҡулланырға кәрәк.
Одеколон еҫе һиҙелер- һиҙелмәҫ, тиҙ осоп бөтә.
Үҙеңә оҡшаған еҫте һайлар өсөн парфюм һатҡан кибеттәрҙә уларҙың төрҙәрен айыра белергә өйрәнегеҙ.
Еҫтәр шипрлыларға, альдегидлы, көнсығыш сәскәләре, фужер, ҡайыры, ағас, көнсығыш еҫтәренә бүленә.
Шипрлыны тәбиғәт яратыусылар һайлай ала. Унда шалфей, сайыр, лаванда, имән мүге еҫтәре бар.
Альдегидлы еҫ тәнгә һеңгәс, үҙенсәлекле еҫ сығара.
Көнсығыш сәскәләре сандал ағасы, абрикос, мукус еҫтәре аңҡыта.
Фужерлы еҫтәргә лаванда, яран гөлө, ағас ҡайырыһы еҫтәре бар.
Көнсығыш еҫлеләр рауза сәскәһе, ваниль, янтар еҫтәрен берләштерә.
Шулай уҡ емеш- еләк еҫле, диңгеҙ, цитрус, сәскә еҫтәренән эшләнгән хушбуйҙар була..
Хушбуй - ҡиммәтле тауар. Уны һатыусылар ялғандарын сауҙала таможня конфискаты, магазин ябылғандан һуң ҡалған тауар, реклама акцияһы итеп һатырға тырыша. Ялған парфюмдың еҫе оҙаҡ тормай, тәңгә һиптерһәң, еҫен үҙгәртә.
Ялған булмаған хушбуй ҡабында целлофанға төрөлә. Уның ситтәре йәбештерелмәй. Целлофан бөкләнеп торорға тейеш түгел. Яҙыуҙары асыҡ күренә. Каптың эсендә һауыт тығыҙ ултырһын өсөн өҫтәмә картоны була. Флакондың ҡапҡасы тығыҙ ябыла. Дозаторы дөйөм дизайнға тура килеп тора. Тигеҙ һиптерә. Һауыттың аҫтындағы серия номеры ҡапта ла күрһәтелергә, һандар тура килергә тейеш. Хушбуй 100, 50, 30 мл флакондарға ҡойола.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/nisek-khushbuy-aylar-a/
Читайте нас