Новости
16 Ноябрь 2019, 16:05

Миллиондан ашыу кредит аҡсаһын "бүләк" иткән...

Ҡалтасы трейдеры миллиондан ашыу аҡсаны псевдоброкер компанияһының вәкиленә ышанып тапшырған.

Биржала анһат ҡына аҡса эшләп алам, тип 41 йәшлек ир ҡутарғансы бурысҡа батҡан.
Уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен, электрон сауҙа платформаһы вәкилемен, тип таныштырып, биржала тиҙ генә миллиондар эшләргә тәҡдим иткәс, ир уның менән, ғүмерҙә күрмәгән-белмәгән әҙәм менән, электрон килешеү төҙөгән.
Килем ала башлар өсөн ул 150 мең һум аҡсаһын тотонған.
Электрон кошелекта бер нисә мең доллар барлыҡҡа килгәс, ул ике банктан йәмғеһе 1 млн 300 мең һум кредит алып, уларҙы электрон иҫәбенә һалған.
Был ирҙең компьютеры, иҫәбе һәм бөтә мәғлүмәттәре менән ситтән тороп «Борщёв» фамилиялы финанс консультанты ла идара итә алған.
Электрон сауҙанан килгән килемдең бер өлөшөн ир алырға теләгәс, ҡатмарлыҡтар тыуған. Ошо турала ярҙамсыһына хәбәр иткәс, «Борщёв» уны, был ваҡытлыса ғына, тип тынысландырған.
Ә бер-ике көндән ир электрон иҫәбенең буп-буш булыуын күргән.
«Борщёв» менән бәйләнеш өҙөлгән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/milliondan-ashyu-kredit-a-sa-yn-b-l-k-itk-n-/
Читайте нас