Новости
16 Ноябрь 2019, 14:15

Бөгөн, 16 ноябрҙә, Бөтә донъя самбо көнө билдәләнә.

Тап ошо көндө төрлө стилдә 60тан ашыу спортсы “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексында район беренселегендә ҡатнаша.

Райондың төрлө мәктәптәре, клубтары һәм секцияларында шөғөлләнгән егеттәр чемпион исеме өсөн көрәшәсәк. Ярыш судьялары Шамил Йәмилев, Ян Туҡтамышев һәм Илмир Баимов еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Иң яҡшылар йыйылма команда составына инеп, республика ярыштарында беҙҙең районды күрһәтәсәк. Беренселектең һөҙөмтәләрен Һеҙ гәзитебеҙҙең киләһе һанында белә алаһығыҙ.
Читайте нас