Новости
15 Ноябрь 2019, 12:25

Земфира Байбулдинаға һеҙҙән ярҙам кәрәк!

“Әсәй, һин килешһеҙ кейенә башланың! Ни өсөн улай? Әллә ҡартая башланың инде?” Бөгөн ҡыҙым миңә шулай тине, - тип яҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина “Инстаграм” битендә. – Уф, ысынлап та, шулаймы икән? Ҡайһы саҡта хатта биҙәнергә лә теләк юҡ. Булған кейемде лә кейге килмәй, йыбандыра. Был нимә? Әллә ҡартлыҡ ишек ҡағамы? Әллә ябай ғына итеп әйткәндә, ялҡаулыҡмы? “

Читайте нас