Иртән сәғәт унынсы яртыла Салауат районында 37 йәшлек ҡатын "Лифан" машинаһында Үрге Ҡыйғы ауылынан Малаяҙға табан китеп барғанда юлдан осоп түңкәрелгән.
Аварияла водитель үҙе лә, машинала уның артында ултырған 43 йәшлек пассажир ҡатын да йән биргән.
Автомобилдә водитель ҡатындың ире лә булған. Юл ыңғайы өс пассажирҙы - ике ҡатын менән ирҙе ултыртып алған булғандар (шуларҙың береһенең ғүмере өҙөлгән дә инде)
Ҡалғандары ауыр хәлдә дауаханала.
Был авария буйынса тикшереү бара.
Киске туғыҙынсыла Дәүләкән районында ике кеше тапалған.
43 йәшлек водитель (Әлшәй районынан ул) «Хендай Крета» машинаһында Дәүләкән ҡалаһына китеп барышлай юлда 47 һәм 48 йәшлек ике ирҙе тапатҡан.
Ирҙәрҙең береһе һәләк булған, икенсеһе - дауаханала.
Кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған...