Беренсе урында йомортҡа тора, уларҙы йыуырға ярамай һәм һыуытҡыста һаҡларға кәрәк, тип иҫкәртә диетологтар. Шулай уҡ өҫтәлдә составында йомортҡа булған, майонез йәиһә башҡа соус ингән аш-һыуҙы ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.
Йыш ҡына ағыуланыуға балыҡ һәм диңгеҙ продукттары ла килтерә. Уларҙы санитар нормаларға тура килә торған тикшерелгән урындарҙан һатып алыу хәүефһеҙрәк.
Бынан тыш, бешеп бөтмәгән тауыҡ итен ашарға ярамай: сальмонелл һәм стафилококтар арҡаһында, был итте һәр ваҡыт яҡшылап бешерегеҙ.
Еләк-емеш һәм йәшелсәне һәр ваҡыт яҡшылап йыуып ашағыҙ.