Тәртип һаҡсыһы өсөнсө этажда оло йәшәтәге ҡатын йәшәүен белеп, газ хеҙмәтен саҡырта. Улар фатирҙы асып ингәс, йорттағы төҙөк булмаған газ плитәһенең конфоркаһынан газ сығып тороуын асыҡлай. Хужабикә вентиляцияны ҡаплап ҡуйған була.
Үҙен насар тойған 78 йәшлек әбейҙе дауаханаға оҙаталар.
Әгәр ҙә күршеләре иғтибарлы һәм уяу булмаһа, нимә булыр ине икән?