Ҡағиҙәнең 4-се пунктында күрһәтелеүенсә, бынан ары фатирҙарҙа ҡунаҡхана яһап булмаясаҡ. Айырым яҙылған: «жилое помещение в многоквартирном доме не может использоваться для предоставления гостиничных услуг».
"Рәсәйҙә туристик эшмәкәрлектең төп нигеҙҙәре" законындағыса, ҡунаҡхана хеҙмәте физик шәхестәргә торлаҡ (йоҡлап сығыу урыны) йә бинаның бер өлөшөн, ҡорамал йә башҡа мөлкәт биреп тороуҙы күҙ уңында тота. Тап ошоға бәйле фатирҙы көнөнә (тәүлегенә, посуточно) ҡуртымға биреү ҡунаҡхана хеҙмәтенә инә.
Был осраҡта фатир хужалары клиенттан аҡса ҡайырып ала, сөнки "посуточно" арендалау хаҡы ҡыйбат, ә һалым түләмәй.
Дөрөҫ эшләгәндәр. Мәҫәлән, Өфө тулы отель, ҡунаҡхана. Ә килгән кеше, арзаныраҡ, тигән булып, шул көнләп кенә бирелгән фатирҙы эҙләй. Ҡунаҡханалар буш торһонмы ни?
Йәнә шуныһы: тыйыу бар ҙа, ә кем, ҡайҙа, күпмегә ҡуртымға биргәнен нисек табаһың? Табылырҙар. Ошаҡлашырға мөмкин...