Новости
15 Ноября 2019, 12:20

Ай аҙағынан Өфөнән Яңы Абҙаҡҡа «Урал легендаһы» поезы йөрөй башлаясаҡ

30 ноябрҙән Өфө — Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» поезы йөрөй башлаясаҡ. Ул туристар араһында популяр ҡышҡы маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә хәрәкәт итәсәк.

Юлға 5 сәғәт ярым ваҡыт китә. Быйыл билет хаҡы түбәнерәк – 655 һум 20 тин. Уҡыусыларға һәм студенттарға билет тағы ла арзаныраҡҡа төшә – 327 һум 60 тин, балаларға иһә 163 һум 80 тин.

Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Өфө — Асы — Айғыр — Белорет — Яңы Абҙаҡ маршрутын бер, ике һәм өс вагонлы махсус рельс автобустары хеҙмәтләндерә.

Өфөнән «Урал легендаһы» урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7 тула 4 минутта ҡуҙғала һәм Яңы Абҙаҡҡа төшкө 2-се 7 минутҡа барып етә.

Ә Яңы Абҙаҡтан поезд киске 6-сы 21 минутта юлға сыға, төнгө 12-се 17 минутҡа Өфөлә була.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ay-a-a-ynan-f-n-n-ya-y-ab-a-a-ural-legenda-y-poezy-y-r-y-bashlayasa-/
Читайте нас