Улар бындай һығымтаға байтаҡ эксперимент яһағандан һуң килгән. Гөлдәр бары ябыҡ камераларҙа ғына һауалағы зарарлы матдәләрҙе “йотҡан”. Әммә ҙур күләмдәге һауа алмашынып торған йорт эсендә бының булыуы мөмкин түгел, ти белгестәр. Фатирҙағы һауаның составын үҙгәртеү өсөн ундағы бер квадрат метр майҙанға ундан бер меңгә яҡын үҫемлек булыуы шарт, тип иҫәпләй тикшеренеүселәр.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/alimdar-y-fekere-g-rg-n-/