Новости
15 Ноябрь 2019, 12:10

15 ноябрь - Леонид Брежневты ерләгән көн

Бөгөн – билдәле дәүләт эшмәкәре Леонид Брежневты ер ҡуйынына тапшырған көн. 1982 йылдың 10 ноябрендә төндә ҡапыл ғына үлгән ул.

Брежневты өлкәндәр белә инде, йәштәргә кем тип таныштырырға икән? Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР-ҙа оҙаҡ йылдар юғары вазифалар биләгән шәхес, 117 совет һәм сит ил дәүләт наградаһына лайыҡ булыусы, Советтар Союзы маршалы, дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы... Хәйер, дәүләт башлығының бер наградаһы ла булмаһа, аптырар инек.

Брежнев төндә үлгән, тинек. Кейәүе әйтеүенсә, тромбы ҡуҙғалып киткән дә, йөрәге шартлаған. Был ваҡытта янында махсус беркетелгән табибы ла булмаған. Тиҙ арала дәүләт етәкселегендәге икенсе кешене – Юрий Андроповты саҡырталар. Уныһы килгәс тә Леонид Ильичтың шәхси портфелен алып ҡуя. Халыҡҡа бер тәүлектән һуң ғына үлеүе хаҡында хәбәр итәләр.

Брежневты ерләү (Ҡыҙыл майҙандың Кремль стенаһы янында) сараһы 1953 йылдың мартында Сталинды күмгәндәге шикелле ҙур процессияға әүерелә. Унда донъяның 35 ил башлығы ҡатнаша.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/15-noyabr-leonid-brezhnevty-erl-g-n-k-n-/
Читайте нас