Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
14 Ноябрь 2019, 09:20
Хәйер аҡсаһына күҙе ҡыҙған...
Татарстандан 26 йәшлек ир Өфөгә эш эҙләп юлланған. Барышлай Ҡарлыман ауылына һуғыла һәм унда имам-хатиб менән таныша. Һөйләшә торғас, ирҙең эш эҙләүен белеп, яңы танышы мәсеттә хеҙмәт итеүен һорай.
Ир риза була, әммә ике көндән һуң Өфөгә ҡаса. Кеҫәлә аҡсаһы тиҙ бөтә, шуға күрә ул, мәсеткә кире килеп, хәйер аҡсаһы йыйылған йәшникте урламаҡсы итә. Төн етеүгә мәсет тупһаһында торған була. Ишектең ябыҡлығы бурҙы туҡтатмай, тәҙрә бар ҙабаһа...
Йәшникте күтәреп, хәйер аҡсаһына ”байып” ҡайтып барған ирҙе полицейскийҙар тота. Уғрыға ҡарата енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/H-yer-a-sa-ina-k-e-i-an-10079/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"