Новости
14 Ноябрь 2019, 18:00

Бөгөн Бөтә донъя сифат көнө

Ошо уңайҙан баш ҡалала «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» исемлегенә ингәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Быйыл федераль кимәлдәге конкурста ҡатнашырға теләк белдергән республиканың биш тиҫтәләп предприятиеһы еңеүсе тип билдәләнде.

Улар араһында етештереү-техник хеҙмәте, сәнәғәт тауарҙарында һәм сауҙа итеүҙә махсуслашҡан предприятиелар, халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәктәре бар. Хеҙмәткәрҙәр төрлө дәрәжәләге лауреат, дипломант исемдәренә лайыҡ булды.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас