Баҡтиһәң, киске сәғәт 23.00 тирәһендә Дүртөйлө ҡалаһында Губкин урамындағы һаҡҡа ҡуйылған фатирҙан хәүефле сигнал килә. Бында йәһәт кенә экипаж ебәрелә. Урынға килеп еткән Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен 44 йәшлек иҫерек ир ҡаршы ала. Уларҙы күреү менән аш бүлмәһендәге бысаҡҡа йәбешә. Бәхеткә күрә, берәүҙе лә яралап өлгөрмәй, үҙен ҡулға алалар.
Хәүеф төймәһенә лә, балаһы һәм үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып, ирҙең ҡатыны баҫҡан булған икән. Ваҡытында килгән ярҙам оло бәләнән ҡотҡарған...