Новости
13 Ноябрь 2019, 17:00

Йөк машинаһы прицебына бәрелгән

Кисә кис Һамар – Өфө – Силәбе юлында автомобиль юлда торған прицеплы машинаға барып бәрелгән.

БР ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, «Шевроле Лачетти» автомобилендә 28 йәшлек водитель Өфөнән Силәбе яғына юл тотҡан булған. Урыҫ Юрмашы ауылынан алыҫ түгел ул шул уҡ һыҙыҡта торған «Ивеко» машинаһының прицебына барып бәрелгән. Еңел автомобиль водителе шунда уҡ йән биргән, пассажиры тән йәрәхәттәре алған.
Йөк машинаһының 40 йәшлек водителе әйтеүенсә, ул авария сигналын ҡабыҙып, машинаһындағы сит тауышты тикшерергә генә туҡтаған булған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/y-k-mashina-y-pritsebyna-b-relg-n/
Читайте нас